Йома намаҙы - тура эфирҙа

Йома намаҙын тура эфирҙа күрһәтеү телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тарихында ғына түгел, мосолман донъяһында бик мөһим ваҡиға.
  • Йома намаҙы - тура эфирҙа

Был турала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин белдерҙе.

Йома намаҙын республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә күрә алһын өсөн "Башҡортостан 24" телеканалы уны тура эфирҙа күрһәтергә ҡарар иткәйне. Телеканал тарихында был бик мөһим этап. Сөнки күптәрҙең тап Тәлғәт Тажетдин үткәргән йома намаҙҙарында доға ҡылғыһы йәки был дини сараны күргеһе килә. Телеканал телевизор ҡараусыларға тап шундай мөмкинлек тыуҙыра ла инде.