AY YOLA - Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының 2026 йылғы амбассадоры

AY YOLA төркөмө Азияның иң ҙур мәҙәни-спорт ваҡиғаһы - Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының 2026 йылғы амбассадоры исеменә лайыҡ булды.
  • AY YOLA - Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының 2026 йылғы амбассадоры

31 августан 6 сентябргә тиклем Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары ойошторола. Был сара спорт, мәҙәниәт һәм матди булмаған мираҫты берләштерә, унда бар донъянан меңләгән ҡунаҡ ҡатнаша.

AY YOLA төркөмөнөң ижады боронғо «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән. Музыка аша башҡорт мәҙәниәте ҡиммәттәре, ата-бабалар хәтере һәм кешенең ер менән бәйләнеше хаҡында бәйән ителә.