Уҡыу йорттарының именлеген тәъмин итеү

Уҡыу йорттарының именлеген тәьмин итеү - хоҡуҡ һаҡлау органдарының өҫтөнлөклө йүнәлеше булырға тейеш.
  • Уҡыу йорттарының именлеген тәъмин итеү

Уларҙы һаҡлау буйынса өҫтәмә асралар күрергә кәрәк. Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Нәғимуллин һәм Өфө ҡалаһы буйынса ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикала үҫмерҙәрҙең үҙ тиҫтерҙәренә һәм уҡытыусыларға һөжүм итеүҙең бер нисә осрағы теркәлде.