Республика Башлығы Һиндостан студенттары менән осрашты

Республика Башлығы Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағында Һиндостан студенттары менән осрашты.
  • Республика Башлығы Һиндостан студенттары менән осрашты
Үткән аҙнала бында бысаҡ менән ҡоралланып алған үҫмер полиция хеҙмәткәрен, сит илдән килгән дүрт студентты яралағайны. Радий Хәбиров, студенттарҙың һорауҙарына яуап биреп, республиканың мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәъмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрелеүен билдәләне. Студенттар менән аралашҡандан һуң Радий Хәбиров уҡыу аудиторияларын, көнкүреш бүлмәләрен ҡараны һәм буласаҡ табиптарға уҡыуҙарында уңыштар теләне.
Үткән аҙна аҙағында бысаҡ һәм газ баллоны менән ҡоралланған 15 йәшлек үҫмер, медицина университетының ятағына үтеп инеп, вахтерҙы һәм студенттарҙы яралағайны. Башҡа студенттарҙы үҙ бүлмәләренән ҡыуып сығарырға тырышып, үҫмер петарда ла шартлата. Суд ҡарары менән ул ике айға ҡулға алынды. Үҫмер үҙ ғәйебен таныны. Прокуратура шулай уҡ тағы ла бер енәйәт эше ҡуҙғатты. Махсус органдар, үҫмерҙең тәртип боҙоуға һәләтле икәнен белә тороп та, тейешле саралар күрмәгән.