Табиптар Учалы районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә йәрәхәттәр алған балаларҙың ғүмере өсөн көрәшә. Ике сабыйҙың хәле үтә лә ауыр тип баһалана. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Учалы үҙәк район дауаханаһына барып өс баланың һәм ауырлы ҡатындың хәле менән танышты. Ике малай әле реанимацияла. Бер бала травматология бүлегендә. Ауырлы ҡатын Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына күсерелгән. Ҡыҙғанысҡа, юл-транспорт фажиғәһендә икейәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Республика прокуратураһы авария сәбәптәрен асыҡлауҙы контролгә алды.
Табиптар балаларҙың ғүмере өсөн көрәшә
Табиптар Учалы районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә йәрәхәттәр алған балаларҙың ғүмере өсөн көрәшә.







