Радий Хәбиров әйтеүенсә, Росгвардия менән мәктәптәрҙә именлек тәъмин итеү йәһәтенән башҡарыласаҡ саралар тураһында һөйләшеп килешелгән. Шулай уҡ, хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн техник сараларҙы яңыртыу эше лә дауам итәсәк.
Радий Хәбиров үҫмерҙәр менән эшләүҙе үҙгәртергә саҡырҙы. Республика Башлығы мәғариф министрлығына директорҙарҙың тәрбиә эштәре буйынса урыбаҫарҙарына өҫтәмә түләү мәсъәләһен өйрәнергә, уларҙы ҡайтанан уҡытырға, мәктәптәрҙә психологтар эшен камиллаштырырға ҡушты. Республика башлығы һәр бала өсөн имен мөхит тыуҙырырға саҡырҙы.







