Улар самолеттар менән идара итә, күктә һәм ерҙә пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәъмин итә

Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре байрамын төрлө һөнәр эйәләре - пилоттарҙан алып инженерҙарға һәм диспетчерҙарға тиклем билдәләй.
  • Улар самолеттар менән идара итә, күктә һәм ерҙә пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәъмин итә

Башҡортостандың граждандар авиацияһының 90 йыллыҡ тарихы бар, ә Өфө аэропорты Рәсәйҙә иң ҙур ун аэропорт иҫәбенә инә. Теманы Гөлфиә Мәҡсүтова дауам итә.

Күптәрҙең самолетта осҡаны йәки уларҙы ерҙән күҙәткәне бар. Авиация менән бәйле һөнәрҙәрҙән, әйтерһең, романтика бөркөлөп тора: самолет, күк, стюардессалар.

Уларға көн һайын тиерлек ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә. Граждандар авиацияһы ветераны Рөстәм Мостафин тәжрибәле пилот. Ул 15 меңгә яҡын сәғәтен һауал үткәргән. Тәжрибәле пилот үҙенең эшләү осорондағы ҡыҙыҡлы осраҡтарҙың береһе менән дә уртаҡлашты.

Башҡортостан авиацияһының тарихы 93 йыл элек башлана. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты илебеҙҙә иң ҙурҙарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа уның үткәреү һәләте лә күпкә артты. Быйыл авиарейстар һанын көнөнә 60-ҡа тиклем арттырыу ҡарала.

Шулай уҡ һәр аэропорт та лайнерҙарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү цехы булыуы менән маҡтана алмай. Республиканың баш ҡалаһында илдәге иң ҙур ангарҙарҙың береһе урынлашҡан.

Йыл һайын Рәсәйҙә граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Тап 103 йыл элек Советтар Союзының һауа флотына нигеҙ һалына. Байрам көнөндә беҙгә граждандар авияцияһы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан махсус рейсҡа эләгеү бәхете тейҙе. Аэропорт тәүлек әйләнәһенә эшләй. Пассажир үҙенең әйберен онотһа, борсолорға кәрәкмәй – осоп килгәс, уны кире ҡайтарырға мөмкин. Ә Өфө аэропорты музейында борт һәм диспетчерҙың боронғо ҡорамалдарын күрергә, шулай уҡ бортпроводниктың йәки пилоттың ысын формаһын кейп ҡарарға мөмкин.

Шулай уҡ Өфө аэропортында һауа хәрәкәтен хеҙмәтләндереү үҙәге музейы бар. Ундағы экспозиция 1939 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклемге осорҙо сағылдыра, 100-ҙән ашыу экспонат иҫәпләнә, даими тулылана һәм камиллаштырыла. Граждандар авиацияһы пилоттарҙы һәм бортпроводниктарҙы ғына түгел, ә пассажирҙарҙың уңайлылығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн эшләгән тиҫтәләгән башҡа белгестәрҙе берләштерә.