Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн «Урал аръяғы» полигоны булдырыла

Өфөнән Сибайға тиклем 35 мең квадрат километрлыҡ биләмәлә инфраструктура, ултыртыу майҙансыҡтары һәм дронопорттар урынлаштырыла.
  • Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары  өсөн «Урал аръяғы» полигоны булдырыла

Республикала «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты буйынса төбәк ғилми-етештереү үҙәге майҙансығында 20-нән ашыу компания-резидент берләштерелә. Иҡтисад тармаҡтары өсөн яңы белем биреү программаларын эшләү һәм квалификациялы заказсылар әҙерләү, йәштәрҙе йәлеп итеү һәм яңы технологияларҙы асыҡлау өсөн пилотһыҙ авиация системалары буйынса ярыштар уҙғарыу, махсус хәрби операция ветерандарын социаль яраҡлаштырыу өсөн гражданлыҡ һөнәрҙәренә ҡайтанан уҡытыу менән шөғөлләнәсәк белем биреү үҙәген булдырыу ҡарала. «Урал аръяғы» полигоны быйыл асылыр тип көтөлә.