Республика башлығы Учалы районына эш сәфәре барышында "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы балалар поликлиникаһында булды. Радий Хәбиров шулай уҡ хирургия комплексында һәм коррекция мәктәп-интернатында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов сюжеты.
Учалыла балалар өсөн яңы поликлиника- ул балалар сәләмәтлеге үҙәге. Бында, ысын мәғәнәһендә, бәләкәй пациенттар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырғандар. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән поликлиника йыл ярымда тиерлек файҙаланыуға тапшырылған. Пациенттар Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 673 миллион һум инвестиция бүленгән.. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған үҙәктә 14 мең кескәй пациент сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Радий Хәбиров шулай уҡ Учалы үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусын төҙөү барышы менән дә танышты. Быйыл бында төҙөлөш-монтаж эштәре тамамлана. Корпусты төҙөү 2019-сы йылда башланғайны. Тәүге подрядсы бөлгөнлөккә төштө, һуңынан инде пандемия, төҙөлөш эштәре ҡиммәтләнде. 2021-се йылда республика бюджетынан 500 миллион һум аҡса бүленгәс кенә эштәр йәнләнеп китте.
Радий Хәбиров коррекция мәктәп-интернатында ла булды. Бында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 208 бала белем ала. 2024-2025-се йылдарҙа учреждение “Мәғариф” милли проектын сиктәрендә мәғариф системаларын яңыртыуҙа ҡатнашҡан. Федераль һәм төбәк бюджеттары иғәбенә капиталь ремон үткәрелгән.
Әле мәктәп-интернаттың тағы ла бер корпусы ремонтҡа әҙерләнә. Эш сәфәре һуңында Радий Хәбиров Урал батырға һәйкәл ҡуйылған паркта ла булды.







