Башҡортостандың иң ҙур китапханаһы 190 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай

Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана уникаль ҡомартҡылар менән бер рәттән ағас, еҙҙән тышланған китаптар, хатта кеше тиреһенән эшләнгән баҫмаларҙы һаҡлай.
  • Башҡортостандың иң ҙур китапханаһы 190 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай

Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана уникаль ҡомартҡылар менән бер рәттән ағас, еҙҙән тышланған китаптар, хатта кеше тиреһенән эшләнгән баҫмаларҙы һаҡлай. Китапхана тарихы һәм бөгөнгөһө менән хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина танышып ҡайтты.

Иоан Дамаскиндың 1512-се йылда Парижда нәшер ителгән китабы милли китапханалағы иң боронғо баҫмаларҙың береһе. Ул латин телендә һәм бик яҡшы торошта һаҡланған. Был ҡомартҡы...

16 быуаттан алып 20-се быуатҡа тиклем донъя күргән күпселек китаптар күпләп һаҡланып ҡалған. Улар араһында яҙыусы Дашковтарҙың коллекцияһынан баҫмалар ҙа бар. Улар араһында билдәле рус шағиры Жуковскийҙың

Билдәле рус полководецы Денис Давыдовтың "Опыт теории партизанского действия" тигән хеҙмәте лә шул ҡомартҡылар рәтендә.

Санкт-Петербург ҡалаһында 1717-се йылда баҫылып сыҡҡан “Артикул воинский” исемле китап иһә Рангтар тураһындағы табелға нигеҙ булып торған.

Дини китаптар ҙа һаҡлана китапхананың был бүлегендә. Йыш ҡына уларҙың тышлыҡтары еҙҙән йә ағастан эшләнгән. 19-сы быуат аҙағында боронғо славян яҙмаһында нәшер ителгән Изге Инжил, йәки Священная Евангелия, 1814-се йылдарҙа күсереп яҙылған Ҡөрьән дә бар. Нисәмә быуат үтеүгә ҡарамаҫтан был китаптар бик яҡшы һаҡланған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Рәсәйҙең Европа өлөшөнән күп кенә заводтар менән бергә ғилми ойошмалар ҙа Өфөгә күсерелә. Шул иҫәптән Украина фәндәр академияһының материалдары ла башҡалабыҙҙа урынлаша. Китаптар күпселек славян һәм башҡа милләттәрҙең дошманға ҡаршы барғанда берләшеү темаһына бағышланған. Был сығанаҡтар яҡынса бер быуат элек нәшер ителһә лә бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмай.

Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә иҫ киткес ҡыҙыҡлы китатарҙы ла осратырға мөмкин.

Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә 50 меңгә яҡын китап һаҡлана. Бында теләгән һәр кем килеп үҙенә кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булған сығанаҡтарҙы алып өйрәнергә мөмкин.

Шулай уҡ милли китапханала изге миссияны башҡарыу менән дә шөғөлләнәләр. Әле интернет киңлектәрендә булмаған ҡағыҙ сығанаҡтарҙың электрон копияһын эшләйҙәр. Беҙ ҙә был мауҡтырғыс процесста ҡатнашырға булдыҡ.

Милли китапхана 1936-сы йылда асыла. Ул ваҡытта бында килеп китап уҡыу өсөн кеше аҡса түләргә тейеш булған, ә хәҙер барыһы ла бушлай, тимәк бөтһенә лә фән һәм әҙәбиәт ишектәре асыҡ. Китапхана үҙенең изге маҡсаттарынан тайпылмай алға бара. Милли проекттар сиктәрендә төрлө саралар тормошҡа ашырыла. Уҡыу залдары хәҙер һәр кемдең зауығына тап килтереп заманса компьютерҙар менән дә йыһазландырыла. Башҡорт телендәге китаптарға айырым иғтибар бүленә.

Башҡортостанда ғөмүмән китап нәшер итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге китапханала һуҡырҙар өсөн брайль шрифты менән китаптар сығаралар.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә, ябай уҡыусы өсөн дә китаптар етерлек. Интернет заманы уҡыусылары өсөн электрон баҫмалар ҙа етерлек. Шулай ҙа аҡ ҡағыҙҙа баҫылған сығанаҡтарға бер ни ҙә етмәй тип билдәләй милли китапханаға килеүсе даими уҡыусылар.