Айыҡ ауыл

Башҡортостан ауылдарының миллиондарса һум аҡса алыу мөмкинлеге бар.
  • Айыҡ ауыл

Бының өсөн биләмәләргә республика кимәлендәге социаль конкурс "Айыҡ ауыл" проектында ҡатнашыу ғына кәрәк. Бәләкәй, урта һәм ҙур ауылдарға тәғәйен сумма төрлөсә. Күгәрсен районы данын быйылғы ярышта Күгәрсен ауылы яҡлай. Биләмә һәм уның бөгөнгө йәшәйеше тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән сюжетта.

Күгәрсен ҡошо тураһында йырҙар күп йырланһа ла, Күгәрсен ауылына арналғаны юҡ, әммә шиғырҙары байтаҡ. Тыуған ерен яратҡан, уға хөрмәт, мөхәббәт менән ҡараған ҡәләм тирбәтеүселәр ижад иткән уларҙы. Авторҙарҙың береһе —  Зөлфиә Хәйбуллина. Ғүмерен балаларға хәреф танытыу, уҡыу һәм яҙыуға өйрәткән мөғәллимәнең хәҙер үҙнәшер менән баҫылған бер-нисә китабы, район гәзитендә мәҡәләләре донъя күргән. Кескәй генә хәбәрҙәрҙә һүҙ, башлыса, Күгәрсен ауылы тураһында. Зөлфиә Хәйбуллина һуҡҡан балаҫтарҙағы биҙәктәр үҙенсәлекле, тап Күгәрсен районы ерлегенеке.

Күгәрсен ауылы ғорурлығы — еренә ерегеп, уның тарихын һаҡлаусылар. Эшҡыуар Фәиз Ваһапов бөгөн биләмә тормошонан ситтә ҡалмай. Һүҙ өмәләрҙә ҡатнашыу, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнауға ҡағылмай. Ағалы-ҡустылы Ваһаповтар ауыл уртаһындағы обелискты яңыртҡан, төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәр хөрмәтенә һәйкәл ҡуйған. Ауыл күрке – мәсетте сафҡа тапшырыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған Күгәрсен ауылынан сығыусылар.

Мәҙрәсәһе булған ауылдың киләсәге лә ғилемле. “Шәфиға” мәсете имам-хатибы Хәбир Шәрипов һүҙҙәренә ҡарағанда, аҙан тауышы тынмаһа – ауыл да һүнмәй. Өлкәндәрҙең өлгөһө балаларға ла күсә. Райондағы иң ҙур 5 ауылдың береһе булған Күгәрсендә бөгөн үҫеп килгән быуын илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә. Муниципаль берәмектә беренсе булып тап ошо ауыл мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған музей асылды. Алғы фронтта булған яугирҙәрҙең шәхсән бүләктәре, әйберҙәре – иң ҡиммәтле экспонаттар.

“Берҙәмлектә көс”-, ти бөгөн Күгәрсен ауылы халҡы. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, хатта Ырымбурҙан ҡунаҡ саҡырып, килгәндәрҙе сәй менән һыйларға, күңелдәрен күрергә лә форсат таба.

Күгәрсен ауылындағы "Самауыр байрамы" Башҡортостан кимәлендәге “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткәрелһә лә, маҡсат күпкә юғарыраҡ. Тамырҙарҙы барлау менән бер рәттән, үҙгәрештәр хаҡында һөйләү, башҡаларҙың уңыштарын күреп, ыңғай тәжрибәләрҙе өйрәнеү. Маҡтанырға ла урындары бар, Күгәрсен ауылында йәшәүселәрҙең. Башҡортостандағы иң өлкән самауырҙарҙың береһе лә тап ошо ауылда һаҡлана. Уның хужаһы Риф Хәлитов әйтеүенсә, 10 миҙалы булған самауырға 150 йыл самаһы.

Башҡортостандың көньяғы райондары, Ырымбурҙағы Ҡарғалы делегациялары, саҡырылғаны менән урамдан үтеп кенә барыусыларҙы ла хайран ҡалырлыҡ осрашыу үткәрҙе “Самауыр байрамы” хужалары. “Еҙ самауырҙың сәйе һәр кемгә етә”-, ти Бикбулат ауылынан Гөлнәзирә Кинйәбаева. Әйткәндәй, уларҙың самауыры ла хәҙер быуат ярым самаһы туҡтамай эшләй.

Самауыр байрамын сәй табыны итеп кенә ҡарарға ярамай. Осрашыуҙы ойоштороусылар самауыр төҙәтеүселәрҙе лә тапҡан. Бөтөнләй юғалып барған һөнәр эйәләренең “оҫталыҡ дәрестәре” күптәргә һабаҡ. Самауырҙың һемәген йәбештереү түгел, уны хатта тояҡтарына яңынан баҫтырырлыҡтар булғанда, моғайын, самауырҙар һаман да шаулар.

Тырыш, тыуған еренә тоғро кешеләр төбәге Күгәрсен ауылы. Республикалағы иң ҙур социаль конкурстар иҫәбенән булған “Айыҡ ауыл” ярышында район данын яҡлау ҙа киләсәккә айыҡ ҡарау миҫалы. Тотош ауыл бергә күтәрелгәндә — еңеүгә ышаныс ҙур. Сәләмәт тормош менән айыҡ аҡыл яҡлы Күгәрсен ауылы халҡы. Быға тиклем булған һынауҙарҙы лайыҡлы үткән биләмә өсөн Башҡортостан кимәлендәге конкурста ҡатнашып еңеү яулау – сираттағы бейеклек. Бейеклекте яуларға уларҙың көстәре, теләктәре лә етерлек.