Ил һаҡсыларының аталарын данлау

Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың аталары йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде.
  • Ил һаҡсыларының аталарын данлау
Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.
Юныс Иштановҡа үҙ ғүмерен аямай ил тыныслығы өсөн һәләк булған улының батырлығын хәҙер ошо награда ла хәтерләтеп торасаҡ. Юныс Иштанов тормош иптәше менән 4 балаға ғүмер бирә, тәрбиәләй, аяҡҡа баҫтыра. Улдары Булат 1980-се йылда донъяға килгән игеҙәк малайҙарҙың береһе. 10-сы класты бөткәс Владикавказда хеҙмәт итеп, кире ауылға әйләнеп ҡайта. Колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ғаилә ҡора. Теүәл бер йыл элек Булат Иштанов махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Уның ҡатыны һәм бер улы ҡала. "Ватанды һаҡлаусының атаһы" йәмәғәт миҙалы "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" тарафынан булдырылды.
Тантанаға батырлыҡ күрһәткән яугирҙәрҙең аталары һәм яҡындары сағырылғайны. Иң мөһиме атайҙар яҡын кешеһе һәләк булғандан һуң юғалып ҡалмай, киреһенсә, йәмәғәт тормошонда әүҙем эшмәкәрлек алып бара, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә ҡатнаша, тине "Ватанды һаҡлаусылар" Дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Ҡаһарман улдар тәрбиәләгән 15 атайға "Ватан һаҡсыһының атаһы" йәмәғәт миҙалы тапшырылды. Миҙал әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған, махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандарына, йәштәр өсөн өлгө булып торған атайҙарға бирелә.
Күп осраҡта тап атайҙарға иғтибар етмәй ҡала, тип билдәләне үҙ сығышында "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова. Тантанаға килгән 15 атайҙың һәр береһе тураһында айырым фильм төшөрөрләк. Улар ғаиләнең таянысы һәм яҡлаусыһы. Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына даими ярҙам күрһәтелә. Батыр яугирҙәребеҙ һәм уларҙың яҡындары иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.