Троллейбустарҙың бәләкәй күсермәләре

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Эмиль Миһранов троллейбустарҙың бәләкәй күсермәләрен эшләй һәм үҙ алдына ҡала депоһының бөтә моделдәрен тергеҙеү маҡсатын ҡуйған.
  • Троллейбустарҙың бәләкәй күсермәләре

Уның мауығыуын туғандары ғына түгел, электр транспорты идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә хуплай. Ә социаль селтәрҙәрҙә моделистҡа шәхси заказдар ҙа килә башлаған. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы етди хоббиға әйләнеүе тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина әҙерләгән яҙмала.

Әгәр кем өсөндөр троллейбус ҡала буйлап хәрәкәт итеүсе транспорт ҡына булһа, Эмиль Миһранов өсөн ентекләп өйрәнеү объекты. Был йәмәғәт транспортын Стәрлетамаҡта йәшәүсе үҫмер бала сағынан уҡ ярата.

Күптән түгел ул троллейбустарҙың кес кенә моделдәрен эшләй башлаған.Эмильдың бәләкәй троллейбустары ысын троллейбустарҙан айырылмай тиерлек. Борт номерҙары, маршрут таҡталары, фирма буяуҙары һәм реклама — барыһы ла реаль прототиптарға тап килә, өҫтәүенә тыштан ғына түгел. Хоббиға бүләк ителгән 3D-принтер этәргес була. Ошо ваҡыттан алып 16 йәшлек үҫмерҙең бүлмәһе сәнәғәт цехын хәтерләтә.

Эмиль бөтә технологик процестарҙы үтәй: раманан һәм корпустан алып эске биҙәлешкә һәм буяуға тиклем. Бер машинаға деталдәрҙе "баҫтырыуға" бер көн китә, ә бына йыйыу һәм тулыландырыу — бер айға һуҙыла. Йәш моделист Стәрлетамаҡтың бөтә троллейбус паркын эшләргә ниәтләй.

Ғәҙәти булмаған хобби үҙ тормошон ҡала электр транспорты менән бәйләүселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Эмиль Миһранов троллейбус депоһында йыш ҡунаҡ.Бер үк борт номерлы ике троллейбустың бергә тороуы һирәк осраҡ. Троллейбуста йөрөү ҡунаҡ өсөн бик үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс. Яңы быуын машинаһы руле артында Эмиль Миграновтың фанаты-тәжрибәле водитель-уҡытыусы. Хәҙер Эмиль колледжда транспорт йүәнелеше буйынса уҡый. Ул, мауығыу мотлаҡ ғүмерлек эшкә алып киләсәк, тип ышана.