23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә "Динамо" стадионының боҙ һырғалағында "Беҙ бергә" тип аталған ҙур тамаша үтә. Патриотик рух, спорт, мәҙәниәт, йолалар һәм ғаилә ҡиммәттәрен берләштергән байрамда ҡатнашыусыларҙы бихисап бүләктәр ҙә көтә.
Сәхнәлә яратҡан йырсылар сығыш яһай. Уларҙың араһында Рөстәм Ғиззәтуллин, Раил Өмөтбаев, Радмир Хәсәнов, Нәзифә Ҡадырова, ғәли Алтынбаев бар. Башҡортостан 24 телеканалының беренсе юбилейын Динамо боҙонда бергәләп ҡаршы алырға саҡырабыҙ. Байрам 23 февраль 14 сәғәттә башлана, инеү бушлай.







