Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, апрельдә төндәрен һыуыҡ, көндөҙ йылы буласаҡ. Шуға ла яҙғы ташҡын үҙ көсөн юғалтыр, тигән фараздар бар.Әммә белгестәр тынысланмаҫҡа саҡыра. Өфө янында Ағиҙелдең иң юғары кимәле 750 сантиметрға күтәрелгән осраҡта ла күп йорттарҙы һыу баҫасаҡ. Нижегородка биҫтәһе өсөн яҙғы ташҡын йыл һайын етди мәсьәләгә әйләнә. Шуға ла бында йәшәүселәр оло һыуҙы ҡаршы алыуға яҙ башынан уҡ әҙерләнә башлай. Ҡалала әле халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 51 пункт бар. Ташҡынға ҡаршы 1 мең 800 ҡотҡарыусы, 400-гә яҡын берәмек техника һәм 106 йөҙөү ҡулайламаһы йәлеп ителәсәк.
Яҙ һуңлай
Тулыраҡ: Яҙ һуңлай