Берәүҙәрҙе илата, икенселәрҙе йырлата

Тулыраҡ: Берәүҙәрҙе илата, икенселәрҙе йырлата

Өфөлә юлдарҙағы соҡорҙар менән автоһәүәҫкәрҙәр көрәшәсәк. Ә Сипайлово биҫтәһендә уларҙы яңы ҡоролма ярҙамында ямаясаҡтар. Һәр яҙ ғәҙәттәгесә ҡар иреү менән асфальт та иреп юҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә юлдарҙа соҡорҙар барлыҡҡа килә. Бының эҙемтәһен, тәү сиратта, водителдьдәр үҙ кеҫәһендә татый. Улар ирекһеҙҙән тәгәрмәс алыштырырға мәжбүр, йәйгегә түгел, яңыға. Белгестәр билдәләүенсә, соҡорҙар асылыу менән бәләкәй юл-транспорт ваҡиғалары ла артҡан. Насар юлдар йыл әйләнәһенә иң популяр тема булып ҡала һәм хатта ижадҡа ла этәргес бирә.