Аҡса өсөн көрәштә конкуренттарға урын юҡ

Тулыраҡ: Аҡса өсөн көрәштә конкуренттарға урын юҡ

Аҡса өсөн көрәштә конкуренттарға урын юҡ.

Өфөлә “автобус бизнесын” бүләләр. Баш ҡаланың төп йәмәғәт транспорты структураһын үҙ ҡанаты аҫтына алырға теләүселәр араһында тәүге ҡорбандар ҙа бар. Теманың дауамы беҙҙең киләһе яҙмалы. Өфө водителдәре өсөн баш ҡала юлдары хәрәкәт итеү урыны түгел. Маршруттар хәҙер аҡса эшләү сығанағы. Транспорт тығынынан интеккән миллионлы ҡала пассажирҙары, ысынлап та, һауын һыйыры кеүек. Ябай ПАЗ маркалы автобустарға хаҡ көндөҙ 25 һум торһа, киске сәғәт һигеҙҙән һуң билет хаҡы утыҙ тәңкәнән дә кәм түгел. Автобустар хәрәкәте тәртибенә ҡала халҡы ғына түгел, ә юл инспекторҙары ла күнеккән кеүек. Махсус операциялар барышында һалынған штрафтар һаны бишәр мең дананан артһа ла, сығымдар шул сәғәттә үк ҡаплана. Тик хәҙер тәртип һаҡсылары көйләй алмаған тармаҡты, бизнес хужалары үҙҙәренең ҡарамағына яраҡлаштырырға уйлай. Автобуста халыҡты ташыу менән шөғөлләнеүселәр ыҙғышы үлем менән тамамлана. Һуңғы фажиғә ҡорандарының береһе – Әмир Вәлиуллин. Ҡала – ара рейстарҙы хеҙмәтләндереүсе бер-нисә автобус хужаһын Сипайлово биҫтәһендә үлтергәйнеләр. Мәрхүмгә ҙур транспорт компанияларының береһе етәксеһе урынбаҫары бысаҡ ҡаҙаған, тигән фараздар бар. Тикшереүселәр ошо турала белдерә. Әле был енәйәтте башҡарыуҙа ғәйепләнгән ир тикшереү изоляторында. Суд ошо турала ҡарар сығарҙы. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфөлә трансопрт системаһы камил түгел. Быны бер кем дә йәшермәй. Был бигерәк тә автобустарға бәйле.