Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

“Уран-9” күп функциялы хәрби комплекс Мәскәү өлкәһендә һынау үтә. Белгестәр әйтеүенсә, заманса техника хәрби һәм террорға ҡаршы операциялар үткәргәндә алыштырғыһыҙ буласаҡ. Ул шәхси составта юғалтыуҙарҙы күпкә кәметә ала.

Ғыйраҡ телевидениеһы “Ислам дәүләте” төркөмсәһе етәкселәренең береһе Ияда әль Джумейли юҡ ителеү тураһында хәбәр итә. Ул илдең хәрби-һауа көстәре Сүриә сигендә террорсыларҙың команда пунктын утҡа тотҡанда һәләк булған. Джумейли ИГИЛ-да һаҡланыу министры вазифаһын үтәгән.

Францияла тағы ла тыныс түгел. Бында Ҡытай диаспораһы вәкилдәре полицияға ҡаршы митингтарға сыҡҡан. Тәртип һаҡсыларының Ҡытай кешеһен үлтереүе илдә күп кеше ҡатнашлығындағы акцияларға сәбәпсе булды.

Гонконгта йәшәүселәр мендәр һуғышында ҡатнашҡан. Бында йыл һайын мендәр һуғышы буйынса халыҡ-ара көн билдәләнә. Унда йәше лә, ҡарты ла йомшаҡ мендәр тотоп һуғышырға сыға.

Быйыл йәй нисек буласаҡ? Ҡояшлымы әллә ямғырлымы? Был һорауға яуап табыу өсөн Ярославль зоопаркында айыуҙарға ике төрлө торт бешергәндәр. Айыу ҡайнатма, икмәк һәм ҡуйыртылған һөттән бешерелгән тортты һайлаған. Тимәк, йәй ҡояшлы буласаҡ, тигән фекергә килгән зоопарк хеҙмәткәрҙәре.