Башҡортостан һәм Ҡырымдың Белогорье районы эҙәрмәндәре 1944 йылдың ғинуарында үлтерелгән партизандарҙың ҡәберлеген тапты. Немец-фашист илбаҫарҙарының 44 самолеты тыныс халыҡ һәм партизандар йәшәгән лагерҙы бомбаға тота. Тере ҡалғандарҙы, яраланғандарҙы һуңынан карателдәр отряды атып, сәнсеп үлтерә. Башҡортостан эҙәрмәндәре хәбәр итеүенсә, һәләк булған партизандар һәм тыныс халыҡ һөйәктәре 9 апрель матәм сараһы үткәндән һуң ҙур хөрмәт менән ер ҡуйынына тапшырыласаҡ.
Эҙәрмәндәр партизандар ҡәберлеген тапты
Тулыраҡ: Эҙәрмәндәр партизандар ҡәберлеген тапты