Республика буйынса 216 телевышка төҙөләсәк

Тулыраҡ: Республика буйынса 216 телевышка төҙөләсәк

Республика буйынса 216 телевышка төҙөләсәк.

Федераль программаға ярашлы, 2018 йылға тиклем Башҡортостан халҡының 95 проценты түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителергә тейеш. Әлеге ваҡытта йөҙөнсө вышка ҡулланыуға тапшырылды. Беҙҙең хәбәрселәр шуларҙың береһе – Благовар вышкаһының сигналдар тапшырыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостанда цифра нигеҙендәге йөҙөнсө телевизион вышка сафҡа инде. Яңы ҡоролманы Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар селтәре филиалы Благовар районында сафҡа тапшырҙы. Благовар районының Беренсе май ауылы. Биләмә эргәһендәге яңы телевышка бейеклеге теүәл 40 метр. Телевизион ҡоролма 10 саҡрымдан ашыу радиуска үҙенең сигналдарын тарата. Теле һәм радиотулҡындарҙы тапшырыу системалары үҙаллы эшләй, ә белгестәрҙең төп бурысы – биналағы махсус микроклиматты тикшереү.Республика буйынса цифралы 216 телевышка төҙөләсәк. Федераль программаға ярашлы, 2018 йылға тиклем Башҡортостан халҡының 95 проценты түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителергә тейеш. Мәҫәлән, Беренсе май ауылында төҙөлгән телевышка, ете меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән. РТРС белгестәре Башҡортостанда телерадиоселтәрҙәр системаһын камиллаштырыу менән бер рәттән, социаль программаларҙа ла үҙем ҡатнаша. Был юлы улар балалар һәм үҫмерҙәрҙең Республика социаль приютының Благоварҙағы үҙәге тәрбиәләнеүселәренә байрам ойошторҙо. Благовар районы халҡы, хәҙер цифраға ҡоролған 10 телевизион канал һәм 3 радиостанция тапшырыуҙарҙың ҡарау, тыңлау мөмкинлегенә эйә. Исемлектә “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “Рәсәй Культура” каналдары һәм “Маяк”, “Рәсәй Башҡортостан радиоһы”, “Вести FM” радиоһы тапшырыуҙарын тыңлай ала. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүсе 3 миллиондан ашыу кеше цифралы телевидение һәм радио менән ҡуллана. Республиканың цифралы телеселтәре төҙөлөп бөткәс, Башҡортостан ошондай обьекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге урындарға сығасаҡ.