Владимир Путин Салауат районынан яугир-яҡташыбыҙға "Алтын йондоҙ" менән бүләкләне

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынын Рәсәй Президенты бер төркөм хәрбиҙәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы
  • Владимир Путин Салауат районынан яугир-яҡташыбыҙға "Алтын йондоҙ" менән бүләкләне

"Рәсәй Геройы" исемен алыусылар араһында капитан Вәсил Ямалетдинов та бар ине. Штурмлау ротаһы командиры «Алтын йондоҙға» Запорожье өлкәһенең Гуляйполе ҡалаһын азат итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ булған. Владимир Путин хәрбиҙәрҙе тәбрикләп һәр офицер иңенә оло яуаплылыҡ йөкмәтелеүен билдәләне.