Республикала керамик гранулалар етештереү буйынса завод төҙөлә

Өфөлә асылған «Урал төҙөлөш индустрияһы» күргәҙмә-форумын асып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөшкә старт бирҙе.
  • Республикала керамик гранулалар етештереү буйынса завод төҙөлә

Учалыла буласаҡ предприятиеға «Технониколь» корпорацияһы 3,3 миллиард һум инвестициялай. Предприятие йыл һайын 50-100 мең тонна гранула етештерер тип күҙаллана. Яңы заводта 60 эш урыны булдырыла. Өфөлә үҙ эшен башлаған «Урал төҙөлөш индустрияһы» Халыҡ-ара форумы һәм «Күсемһеҙ милек» күргәҙмәһе 27 февралгә тиклем дауам итә.

Эшлекле сарала илдең 16 төбәгенән 90-ға яҡын компания ҡатнаша.