Өфөләге ветерандар госпиталенә Михаил Каменев исеме бирелә

Хирург ғүмеренең һуңғы минутына тиклем табип бурысына тоғро ҡала.

Доктор Авдеевка янында алғы һыҙыҡтан яралыларҙы ҡотҡарған ваҡытта батырҙарса һәләк була. Яу яланында ғүмерҙәрен биргән бөтә табиптар иҫтәлегенә һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенә герой исеме биреләсәк.

Был кадрҙар хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә махсус рәүештә ҡатыны өсөн төшөрөлгән. Михаил Каменев тормош иптәшенә ниндәй шарттарҙа йәшәргә һәм хеҙмәт итергә тура килеүен күрһәтә. Табип һәр ваҡыт үҙ Һөнәренә тоғро булып ҡала. Пандемия осоронда "ҡыҙыл зона"ла эшләй. Уйлап та тормай Башҡортостандан ирекмән табиптар медицина бригадаһы менән Красный Луч ҡалаһына китә. Ул саҡта торакаль хирург госпиталдә 3 ай тирәһе эшләй тип хәтерләй тол ҡатын Анна Каменева.

Табип 2023 йылдың авгусында һуғышҡа юллана. 30-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһы 1-се батальон медицина взводы командиры була. Шул уҡ йылдың ноябрендә Авдеевка янында яралыларҙы эвакуациялаған ваҡытта Михаил Каменев фажиғәле һәләк була. Уларҙың автомобиленә пилотһыҙ осоу аппараты эйәрә. Каменевтың яралыларҙы ташлап йәйәүләп ҡасырға мөмкинлеге була, әммә ул табип һәм гражданлыҡ бурысына тоғро ҡала. Ил Президенты указы менән герой үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Михаил Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында теүәл 20 йыл хеҙмәт итә. Атаһы һәм өлкән ағаһы өлгөһөнә эйәреп, торакаль хирург йүнәлешен һайлай. Ул һәр ваҡыт иң ауыр минутта ярҙамға килергә әҙер ине тип хәтерләй яҡындары.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров медицина берләшмәһенең башланғысын хуплап табип-хирургтың батырлығы иҫтәлегенә һуғыш ветерандарының Республика клиник госпитале Михаил Каменев исемен биреүҙе хупланы.

Быйыл төбәк госпитале комплекслы медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы, тип танылды. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республиканың һаулыҡ һаҡлау министры ветерандарға һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға барып бүләктәр тапшырҙы.

Былтыр госпиталдә 3500-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың 170-кә яҡын туғаны медицина ярҙамы алған. Дауалауға дисциплиналы ҡараш реабилитацияны сифатлы һәм һөҙөмтәле үткәрергә, пациенттарҙың һаулығын нығытырға һәм уларға тыныс тормошҡа кире ҡайтырға ярҙам итергә мөмкинлек бирә.

Госпиталь структураһына медицина реабилитацияһы һәм дауалау үҙәге инә, унда яугирҙар индивидуаль комплекслы реабилитация үтә. Бина юғары технологиялы ҡорамалдар һәм тренажерҙар менән йыһазландырылған.

Госпиталгә Михаил Каменев исемен биреү геройҙың иҫтәлегенә дан ғына түгел, ә алғы һыҙыҡта ла, тылда ла һәр яугир өсөн көрәшеүен дауам иткән бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренең батырлығын таныу өлгөһө булып тора. Бөгөн хирургтың хеҙмәттәштәре уның изге эшен дауам итә. Сөнки һәр уңышлы реабилитация артында техника ғына түгел, ә табиптың һиҙгер йөрәге лә ята.