Шулай уҡ яҡын арала ике төбәк араһында авиабәйләнештәр ҙә тергеҙелеүе ихтимал. Алексей Текслер етәкселегендәге Силәбе өлкәһе делегацияһының Башҡортостанға эш сәфәре дауам итә.
Эшлекле программаға ярашлы, Силәбе өлкәһе делегацияһы республиканың сәнәғәт һәм социаль объекттары менән таныша, төбәктәрҙең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәре тәҡдим ителә, бизнес-форум форматында эшлекле һөйләшеүҙәр ҡаралған. Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.
Тәүге көндә Силәбе делегацияһы Республика кардиология үҙәгендә булып, яңы хирургия корпусын ҡараны. Заманса бинала диагностика кабинеттары, кардиохирургия менән рентген хирургияһы бүлексәләре, операция һәм реанимация блоктары урынлашҡан, поликлиника эшләй. Былтыр июнь айында ил президенты Владимир Путин видео бәйләнеш аша объект эшенә старт биргәйне. Ун ҡатлы хирургия корпусында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен алдынғы ысулдар менән дауалау, пациенттарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Силәбе өлкәһе губернаторы дауалау учреждениеһы мөмкинлектәрен юғары баһаланы.







