Михаил Мишустин Башҡорт дәүләт медицина университеты асышын телгә алды

Бында регениратив хирургия өсөн яңы биологик материал әҙерләү яйға һалынды.
  • Михаил Мишустин Башҡорт дәүләт медицина университеты асышын телгә алды

Уҡыу йортондағы заманса алымды үҙләштереү тураһында Премьер-министр Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында, "Хөкүмәт сәғәте" сиктәрендәге сығышында белдерҙе. Министрҙар Кабинеты рәйесе телмәрендәге миҫалдар Башҡортостан өсөн ҙур баһа, тигән фекерҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, республиканың юғары уҡыу йорттары "Йәштәр һәм балалар" милли проектының бер өлөшө — "Өҫтөнлөк 2030" программаһына ярашлы һиҙелерлек федераль ярҙам ала. Уҙған йыл, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр, Өфө фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть һәм технологиялар университеттары "Өҫтөнлөк" программаһының тәүге ҡатнашыусылары исемлегенә инде.

Радий Хәбиров Президент Владимир Путин һәм ил Хөкүмәтенә йәштәргә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтен еткереп, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының мәғариф өлкәһендәге яңы уңыштары республиканы күп тапҡыр данлаясағына ышаныс белдерә.