Белоретта Калина водителен үлемдән осраҡлы шаһит ҡотҡарған

Күп ҡатлы йорттар янында ултырған машинаның капот аҫтынан ут сыға башлай.

Быны күреп йортта йәшәүселәрҙең береһе янғынды һүндерергә сыға. Башта ул автомобиль эсендә кеше бармы-юҡмы икәнлегенә инанырға була һәм юҡҡа түгел. Руль артында иҫен юғалтҡан ир ултырған була, уны салондан сығарып ашығыс ярҙам саҡырта. Зыян күреүсе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.