Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 44 миллион һумлыҡ мөлкәте табылған подполковник коррупция ғауғаһы үҙәгенә эләгеү менән хеҙмәттәштәренән ҡасып та өлгөрә. Әммә уны тиҙ арала тоталар һәм оҙайлы суд процесстары башлана. Тәфтишселәр асыҡлауынса ул үҙенең ҡул аҫтындағы хеҙмәттәштәре менән водитель таныҡлыҡтарын һатыу ойоштора. Ошо рәүешле улар миллиондарса һум аҡса эшләп өлгөрә.
Тикшереү барышында Илдус Шәйбәков бөтә Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған. Ләкин был дан уға язанан ҡасырға ярҙам итмәгән. Суд уны 18 йылға һәм 6 айға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте, 2,5 миллион һум күләмендә штраф түләнде. Шулай уҡ, ул полиция подполковнигы исеменән мәхрүм ителгән һәм 9 йыл дауамында хоҡуҡ һаҡлау органдарында вазифалар биләй алмай. Ә хоҡуҡ менән сауҙа итергә ярҙам иткән енәйәтсел төркөмдөң ете ағзаһына 12 — 17,5 йыл колония бирелгән.







