Черниковкала архитектор Маргарита Куприяноваға һәйкәл асылды

Тап ул әлеге Черниковканың генераль планы авторы була, хатта Хрущев үҙгәрештәре осоронда ла үҙ идеяларынан тайпылмай, яҡлай һәм тормошҡа ашыра
  • Черниковкала архитектор Маргарита Куприяноваға һәйкәл асылды

Өфөлә донъя тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ архитекторға һәйкәл асылды. Монументаль һын Черниковск ҡалаһының уникаль ҡиәфәтен булдырыусы Маргарита Куприяноваға.

Тап ошонан Черниковканың төп урамы ус төбөндә кеүек күренә. Ҡалаға уның ҡабатланмаҫ ҡиәфәтен бүләк иткән архитекторға һәйкәл өсөн бынан да яҡшыраҡ урын юҡтыр. Аҡ туҡыма аҫтында йәшенеп торған скульптура декабрҙә үк үҙ урынын биләй, әммә рәсми асыуҙы кисектерергә тура килә: һуңғы элемент — карел гранитынан эшләнгән постаментты көтә был монумент. Һәйкәлдең художестволы сыбарланыуы тураһында оҙаҡ бәхәстәрҙән һуң урында йәшәүселәр көтөп алған тарихи мәл килеп тә етте.

Архитектор ҡулында бронзала ҡатырылғандай билдәле Орджоникидзе Һарайы бинаһының фасадын күҙәтергә мөмкин. Монументаль проектта колоннадалар алып ташланмаған совет осорондағы Өфөлә берҙән-бер бина. Ҡасандыр Черниковканың үҙенсәлекле интеллектуаль һәм мәҙәни үҙәге була.

Ысынлап та монументаль биналар. Нәфис биҙәктәр, массив колонналар һәм зиннәтле таш балясиндар. Өфөнөң төньяҡ өлөшөнөң архитектураһы үҙенсәлекле стиле менән айырылып тора, унда сталин ампиры һәм хрущев модернизмы берләшә. Фәниә Ғайсина 50 йыл элек Черниковка биҫтәһенә килен булып төшә. Бөтә йәшлегебеҙ, тәүге тапҡыр ата-әсә булған саҡтарыбыҙ, балаларыбыҙҙы бында етәкләп йөрөткән ваҡыттар барыһы ла ошо аллея менән бәйле, ти ханым.

Шуныһы ҡыҙыҡ, 1950-се йылдар уртаһына тиклем микрорайон үҙ аллы Черниковск ҡалаһы була. Ә XX быуат башында бында ауыл урынлашҡан, һуңынан эшселәр ҡасабаһына әйләнгән. Сыуалсыҡлыҡтан һәм ауыл атмосфераһынан ҡала ысынбарлығына күсеү өсөн берҙәм план кәрәк була. Шулай итеп ҡалала төп урам – Беренсе Май һәм бер-береһенең сағылышы булған Космонавттар, Конституция урамдары барлыҡҡа килә.

Капиталь торлаҡ төҙөлөшө урынында башта картуф баҫыуҙары менән уратып алынған барактар ғына тора. Бындай “матурлыҡ” 30 йәшлек Маргарита Куприянова ҡулына эләгә. Етәкселәр уға Маргарита Николаевна тип кенә өндәшер була, сөнки ул йәш булыуына ҡарамаҫтан Черниковск ҡалаһының баш архитекторы вазифаһын биләй.

Өфө төҙөлөшөндә бығаса булмаған күренеш — билдәле "һигеҙ ҡатлы йорттар" яңы ҡаланың төп өлөшөн тәшкил итә. Йорттар лифттар менән йыһазландырыла, был республиканың баш ҡалаһы өсөн абсолют техник яңылыҡ булып тора. Быға тиклем Өфөләге бер бинала ғына күтәргес була. Ул Элемтә һәм Хеҙмәт йортонда урынлашҡан. Инженерия мөғжизәһен күрер өсөн Өфөнөң бөтә мөйөштәренән килер булғандар.

Илдең яңы етәксеһе Никита Хрущев һигеҙ ҡатлы биналар төҙөүҙе тыйған, әммә Маргарита Николаевна үҙ фекерендә тора. Тап уның ныҡышмалылығы һәм принципиаль ҡарашы арҡаһында матур йорттар, уңайлы ихаталар, парктар һәм колонналы, мөһаббәт биналар менән беҙ белгән район барлыҡҡа килә

Черниковск ҡасандыр Маргарита Куприянова тарафынан хыял ҡалаһы булараҡ планлаштырыла һәм бөгөн ул, һис шикһеҙ, шулай булып ҡала. Бөйөк архитекторҙың таш һәм бронзала ҡалған һыны төньяҡ Өфөнөң мөһабәт йөрәге. Хәҙер бөйөк шәхестең ҡарашы мәңгегә башҡала урамдары яғына йүнәлтелгән.