Ҡунаҡтар форум сиктәрендә ойошторолған тематик күргәҙмә менән танышты. Экспозиция тимер юл стилендә биҙәлгәйне, унда һәр станция төбәктәрҙең хеҙмәттәшлек йүнәлешен сағылдыра. Транспорт бәйләнешен үҫтереү төп темаларҙың береһе булды. Әйткәндәй ике төбәк араһында уҙған йылдың авгусынан юғары тиҙлекле «Ҡарлуғас» поезды йөрөй. Тиҙҙән Өфө — Магнитогорск маршрутын асыу күҙаллана. Тағы ла бер перспективалы башланғыс — Өфө менән Силәбе араһында авиабәйләнеште тергеҙеү. Төбәк башлыҡтары фекеренсә, тура рейстар эшлекле бәйләнештәрҙе нығытырға ярҙам итәсәк. Осрашыуҙың байтаҡ өлөшө сәнәғәт кооперацияһына арналды.
Радий Хәбиров һәм Алексей Текслер шулай уҡ Совет майҙанында булды. Улар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Эшлекле саралар Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә дауам итте. Силәбе делегацияһы Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров менән берлектә заводтың уҡытыу үҙәге менән танышты. Бында ике йыл эсендә кваллификациялы белгестәр әҙерләп сығаралар.
Делегация вертолет двигательдәре деталдәрен етештереү цехын да ҡараны. Моторҙарҙың 33 процент өлөшөн тап УМПО-ла сығаралар.







