Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһе үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында танылған шағирә, уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллинаның «Кешеләргә һоҡланам» тип исемләнәгән ижад кисәһе уҙҙы.
Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһе үтте

Концертта юбиләрҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғраны.

Шағира Фирүзә Абдуллина өсөн был ижад кисәһен үткәреү күптәнге хыял була. Концерт башланыр алдынан фойела шағираның ижадын һөйөүселәр уның менән шәхсән танышып, аралашып, автогроф алыу мөмкинлеге булды.

Ижад кисәһендә автор башҡарыуында шиғырҙар яңғыраны, билдәле артистар Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы.

Шағирәнең яҡташы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлиә Исҡужина "Мин ғашиҡмын һиңә, тыуған ерем" тигән йыр менән тамашасы күңелен яуланы. Йырсы әйтеүенсә, ул Фирүзә Абдуллинаның ижадына ғашиҡ.

Концертта шулай уҡ премьералар ҙа яңғыраны. Уларҙың береһе Фәрүәз Урманшин башҡарыуында "Осрашайыҡ, туғандар!" йыры.

Ижад кисәһендә хылыҡ һөйөүен яулаған тиҫтәләгән йырсы ҡатнашты. Башҡарыусылар, шағирәнең һүҙ маһирлығын, оҫталығын, актуаль булыуын билдәләне.

Юбилей кисәһенә шулай уҡ, шағирәнең яҡташтары, дуҫтары, ижадын һөйөүселәр йыйылды.

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары халыҡ араһында популяр, уҡыусыларға уларҙың оптимистик, тормошсан башланғысы оҡшай.