Унда сит илдә ауыр хәлдә ҡалған туристар шылтырата ала. Был турала республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Республика башлығы ситуация үҙәгенең эшен ойошторорға ҡушты. Унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.
Асҡарҙың хәҙер үҙ хазинаһы бар. Тап Әбйәлил районы үҙәгендә "Хазина" тип аталған сираттағы, 12-се полилингваль үҙәк эш башланы. 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп, 150 самаһы сабыйҙы һыйҙырсаҡ балалар баҡсаһын төҙөү еңелдән булмаған. Башҡортостан башлығы был турала айырым белдерҙе. Башҡортостан республика ғына түгел, ә донъялағы үҙгәрештәрҙән ситтә ҡалмай. Республика Америка Ҡушма Штаттары, Израилдең Иранға һөжүме арҡаһында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ҡалған яҡташтарыбыҙға ярҙам ҡулын һуҙырға тейеш.
Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ла Фарсы ҡултығы илдәрендәге яҡташтарыбыҙ менән бәйләнештә. Фарсы ҡултығында ҡамауға ҡалған яҡташтарыбыҙ араһында өлкән йәштәге граждандар булыуы ла ихтимал. Улар ҡыш уртаһында диңгеҙ һауаһын һуларға юлға сыҡһа, хаҡлы ялдағыларҙың бындағы ҡорҙаштары, мәҫәлән, сәләмәт тормошто һайлап хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлек нормаларын үтәй. Әйткәндәй, ошо хәрәкәткә ҡушылыусы пенсионерҙар араһынан 4 меңгә яҡын кешенең хатта түшкә таған билдәләре лә бар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың дүшәмбеләге йәнә бер белдереүе үтә мөһим.
Республика етәксеһе Стәрлетамаҡ менән Өфө юлындағы электр бағаналарында ут булмауына ризаһыҙлыҡ белдерә. Аҡса бүленгән, әммә, яҡтылыҡ юҡ. Ә Башҡортостан иһә яҙҙың беренсе һәм иң матур байрамына әҙерләнә. 8-се мартҡа арналған тантаналы ултырыш бишенсе мартта Өфөлә уҙасаҡ.







