Райондан сыҡҡан яҡташтар, Йылайырҙы үҙ иткән Өфөләр өсөн бай программа әҙерләй ойоштороусылар. Райондың бай мәҙәниәте, тарихы һәм талантлы шәхестәре менән танышыу мөмкинлеге бар. Сәхнәлә Йылайырҙан сыҡҡан билдәле артистар һәм республика йондоҙҙары сығыш яһай. Шулай уҡ йәштәрҙе мөһим осрашыу көтә.
Йылайырҙар яҡташтарын йыя
4-се мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Йылайырым – йондоҙом” тип исемләнгән бай йөкмәткеле сара үтә.







