Республика террор ғәмәлендә һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлаша.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Санкт-Петербургтағы террор ғәмәлендә һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ҡала губернаторы Георгий Полтавченко исеменә телеграммала былай тиелә: Ҡот осҡос хәбәр Башҡортостан халҡын тетрәндерҙе. Башҡортостан исеменән һәм үҙемдең исемдән метролағы шартлауҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Яраланыусыларға тиҙ арала һауығыуҙарын теләйем, тиелә республика башлығы телеграммаһында.