Миәкәлә 35 ғаилә 3 айға яҡын әҙер торлаҡҡа күсә алмай.
Ғинуарҙа төҙөлөп бөткән йорттан фатир асҡыстарын етем балаларға һәм авария хәлендәге йортта йәшәүселәргә бирер өсөн район хакимиәтенә объектты теркәү ҡаршылыҡтарын йырып сығырға тура килә. Гөлназ Фактлисламоваға ике балаһы менән һыуыҡ һәм йәшәүгә яраҡһыҙ шарттарҙа 7 йыл көн итергә тура килә. Беренсе төркөм инвалидына 70-се йылдарҙа контор булараҡ төҙөлгән был бинанан 13 квадрат метрҙы муниципалитет бүлеп бирә.Авария хәлендә тип танылған бина быйыл һүтелергә тейеш. Әммә ғинуарҙа уҡ төҙөлөп бөткән яңы йортҡа күсеү ваҡыты һаман кисектерелә килә.Ниһәйәт, бөгөн ғаилә ҡыуаныслы яңылыҡ алды. Яңы торлаҡҡа күсеү хәбәрен ошо уҡ йортта йәшәүсе тағы ла 10 ғаилә ишетеп ҡыуанды. Яңы фатир асҡысы улар өсөн яңы тормош асҡысы ла. Сөнки емерек, иҫке йорттан күсеү яңыса ҡараш уята, йәшәүгә дәрт өҫтәй тип ҡыуана улар.Иҫке һабантуй микрорайонында төҙөлгән яңы 3 ҡатлы йортта 42 фатир. Шуларҙың 15-е авария хәлендәге йорттан күсеүселәргә булһа.Тағы ла 20 фатир асҡысы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырылды. Яңы микрорайонға күсеүселәргә үҙәккә сығыр өсөн йәмәғәт транспорты ла өҙлөкһөҙ йөрөй. Йәйгә йорт алдына асфальт түшәлергә тейеш. Мохтаждарҙы торлаҡ менән тьмин итеү былай ҙа дотацион район өсөн көнүҙәк һорау булып ҡала. Яңы микрорайонда төҙөлгән йорт 35 ғаиләнең мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итһә, эргәлә төҙөлгән сираттағы йорттан көҙгә тағыла 11 етем бала ҡулдарына асҡыс алырға тейеш.