Парагвайҙың Асуньсон ҡалаһында ил президентын ҡайтанан һайлау тураһындағы төҙәтмәләргә ҡаршылыҡ белдереп халыҡ урамдарға сыҡҡан. Демонстрацияла ҡатнашыусылар конгресс бинаһына инеп ут төрткән. Полиция водометтар һәм резина пулялар ҡулланған.
Пилотһыҙ самолет Колумбияның Мокоа ҡалаһында ҡойма ямғырҙарҙан һуң ер ишелеү урынын төшөрөп алған. Фажиғәлә 250 кешенең ғүмере өҙөлдө. Колумбияла туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Япониянан Сумико Ивамуроға 82 йәш. Көндөҙ ул Ҡытай ресторанында ашнаҡсы, ә төнөн клубта диджей булып эшләй. Музыкаль карьераһын әбей бер-нисә йыл элек кенә башлаған. Диджей пульты артында Сумико булғанда клубҡа йәштәр ҙә күберәк килә икән.