Бөтә Рәсәй "Хеҙмәт итәм" муниципаль премияһына Башҡортостандан биш проект инде

Был турала социаль селтәрҙә республика Башлығы хәбәр итте.
  • Бөтә Рәсәй "Хеҙмәт итәм" муниципаль премияһына Башҡортостандан биш проект инде

Премияны ойоштороусы — Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, иң яҡшы проекттар өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында 6-сы апрелгә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Республика башлығы проектта ҡатнашыусыларға еңеү теләне һәм республика халҡын муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.