Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә лә һынаулы ғына көндәр ҡалды

Өфөнөң сәскә магазиндары өсөн әле иң ҡыҙыу мәл.
  • Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә лә һынаулы ғына көндәр ҡалды

Супермаркеттарҙа ла яҙғы байрамдың төп символы – ләләгә һорау күп. Был сәскәләрҙе беҙҙең төбәктә лә күптәр үҫтереп-һатыу менән шөғөлләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.

Матур, ыҡсым гөлләмә йыйыуҙың да үҙенә күрә сере бар. Тәүҙә иң яҡшы һәм көслө һабаҡлы сәскә һайлана. Артабан, рәссам кеүек, флорист композицияға эвкалипттың хуш еҫле ботаҡтарын үреп өҫтәй. Быйыл гөлләмәләрҙә тыйнаҡлыҡ һәм тәбиғилек өҫтөнлөк итә.

Умырзаялар, крокустар, нәфис Иристар, нескә нарцисстар һәм хуш еҫле гиацинттар яҙҙың төп хәбәрселәре. Әммә был төрлө төҫтәге гүзәллектә лә бәхәсһеҙ лидер бар.

Ләлә сәскәләре байрамдың символына бөтөнләй осраҡлы рәүештә әйләнә. 1973 йылда «Известия» гәзитендә тюльпандарҙан торған ҙур гөлләмә менән агроном фотоһы баҫыла. Бындай идея шунда уҡ Бөтә Советтар Союзына тарала. Ошо мәлдән алып 8 мартҡа тюльпан бүләк итеү йолаһы йәшәй. Байрамға бер-нисә көн ҡалғас ҡаланың сәскә салондары тәүлек әйләнәһенә эшләй башлай. Флористар иһә 8-се март тантанаһына сентябрҙә үк әҙерләнә башлай.

Сәскәләрҙән матур гөлләмә йыйыусы егеттәрҙе күреү – был эшкә үҙенә күрә бер йәм өҫтәй. Никита Попов һәр букетты айырым йылылыҡ менән йыя.

Ә букет мөмкин тиклем оҙағыраҡ торһон өсөн уны дөрөҫ тәрбиәләргә һәм белгестәр биргән ябай ғына ҡәғиҙәләргә ҡолаҡ һалырға кәрәк.

Быйылғы байрам гөлләмәһенең уртаса хаҡы  — 2 мең 500 һум. Кемдер быны артыҡ сығым тип һанаһа, бәғзе берәүҙәр яратҡан кешеһенә тағы бер тапҡыр «рәхмәт» әйтеү мөмкинлеге, тип ҡабул итә.

Ә гүзәл заттар был хаҡта нимә уйлай икән?

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә һәр кем яҡындарын үҙенсә ҡыуандырасаҡ. Кемдер гөлләмә бүләк итә, кемдер бүләк һайлай. Иң мөһиме, нәфис заттар 8 Мартта ғына түгел, ә һәр көн яратҡан кешеләренең күңел йылыһын тойоп йәшәһен ине.