Өфөлә Геном үҙәге майҙансығында Андрей Назаровтың асыҡ лекцияһы үтте

Сара баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары студенттарын һәм аспиранттарын берләштерҙе.
  • Өфөлә Геном үҙәге майҙансығында Андрей Назаровтың асыҡ лекцияһы үтте

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры йәштәр алдында «Бизнес һәм власть: тарихтың яңы дәрестәре» темаһына лекция менән сығыш яһаны. Ул тыңлаусылар менән һуңғы йылдарҙа илдә һәм төбәктә идара итеүгә бәйле ҡарарҙарҙы ҡабул итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Лекция асыҡ һөйләшеү форматына әйләнде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәк Хөкүмәте премьер-министрына туранан-тура һорауҙар бирә алды. Фекер алышыу коррупцияға ҡаршы көрәш, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, дәүләт хеҙмәтендә һәм иҡтисадтың реаль секторында йәш белгестәр өсөн карьера траекторияларын билдәләү кеүек темалар буйынса барҙы. Ошондай осрашыуҙар буласаҡ идарасыларға һәм белгестәргә ғәмәлдәге власть менән бәйләнештәрҙе нығытырға һәм заманса шарттарҙа төбәктең үҫеш механизмдарын яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек биргән мөһим коммуникация майҙансығына әүерелә.