Өфөлә Воскресенск кафедраль соборында төҙөлөш эштәре йылдам бара

Ғибәҙәтхана 2000-се йылдар башында уҡ төҙөлә башлай, әммә һуңынан эштәр туҡталып ҡала. Күптән түгел сиркәүҙә эштәр ҡайтанан тергеҙелде.
  • Өфөлә Воскресенск кафедраль соборында төҙөлөш эштәре йылдам бара

Күп йылдар инде был бина Өфөлә йәшәүселәрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының ихтибарын йәлеп итә. Йылдар үтеү менән эргәлә күп ҡатлы йорттар барлыҡҡа килде, ә сиркәү 20 йыл шул уҡ ҡиәфәттә торған кеүек. Әммә был тыштан ҡарағанда ғына, бина эсендә эш ҡайнай.

Әлеге ваҡытта тәүге ҡаттарҙа эштәр ҡайнай. Унда йыйылыштар өсөн зал һәм йәкшәмбе мәктәбе өсөн кластар, башҡа биналар буласаҡ. Эштәр туҡталып тороу сәбәпле төҙөүселәргә проектҡа ҡайһы бер төҙәтмәләр индерергә һәм хатта үҙгәртергә тура килгән.

Сиркәү проектын XIX быуатта хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры урынында урынлашҡан Воскресенск кафедраль соборының күсермәһе итеп эшләргә ҡарар итәләр. План буйынса был сиркәү Башҡортостанда иң ҙуры булырға тейеш. Уның майҙаны-ике мең ярым квадрат метр.

Төҙөкләндереү дауам итһә лә, доғалар яңғырауы туҡтамай. Анастасия Наумова бында 20 йыл дауамында көн һайын тиерлек килә. Ул төҙөлөш эштәре тиҙ арала тамамланһын, тип доғалар ҡылам ти.

Сиркәүҙә төҙөлөш эштәре тиҙҙән тамамланыр, тип көтөлә. Бының өсөн махсус хәйриә фонды булдырылған. Воскресенск соборын реконструкциялауға теләгән һәр кем иғәнә бирә ала.