Өфөнөң Калинин районында ирекмәндәр штабы һалдаттарға окоп шәмдәре эшләй

Ирекмәндәр 50 меңдән ашыу май шәме эшләп алғы һыҙыҡҡа ебәргән. Шәм эшләү нескәлектәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты.
  • Өфөнөң Калинин районында ирекмәндәр штабы һалдаттарға окоп шәмдәре эшләй

Ирекмәндәр штабында көн һайын киске сәғәттәрҙә эш ҡайнай. Яугирҙар өсөн окоп шәмдәренең кәрәклеген барыһы ла бик яҙшы аңлай. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйылғанда конвейер эшләй башлай тиһәң дә була. Гәп һатып ултырырға ваҡыт юҡ. Һәр кем мәшғүл. Кемдер әҙер продукцияны ҡумталарға тултыра. Кемдер парафин иретә. Шул уҡ ваҡытта картонды тейешлесә ҡырҡып, әҙерләнгән банкаларға һалырға ла кәрәк.

Был ҡумтала окоп шәмдәре. "Ышаныслы тыл" ирекмәндәре уларҙы үҙҙәренең махсус технологияһы буйынса эшләй һәм күп тапҡырҙар төрлө шарттарҙа тикшерелгән продукцияны ғына ебәрә. Был йүнәлешкә Лидия Хәсәнова шәхсән үҙе етәкселек итә.

«Башҡортостандың ышаныслы тылы» хәрәкәте бер-нисә йыл окоп шәмдәрен эшләй һәм махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрә. Улар яугирҙарға йылынырға, аҙыҡты йылытырға һәм блиндаждарҙы яҡтыртырға ярҙам итә. Өфөлә һәм республикала ирекмәндәр парафин һәм ҡалай банкалар ҡулланып етештереү өсөн көстәрен берләштерә. Шәмдәр 5-6 сәғәткә тиклем яна, дымға бирешмәй һәм елдән һүнмәй. Был технологияның дөрөҫ икәнен төрлө ысулдар менән эшләп ҡарағандан һуң асыҡланыҡ, ти Лидия Хәсәнова.

Яугирҙәрҙең окоп шәмдәре менән ҡәнәғәт булыуы иң мөһиме, ти ирекмәндәр.

"Башҡортостандың ышаныслы тылы" ирекмәндәр хәрәкәте үҙ эшен махсус хәрби операция башынан уҡ башлап ебәргән. Унда фронт өсөн кәрәкле йәшеренеү селтәрҙәре, кейемдәр тегәләр.

Ирекмәндәр штабы әле ярҙамға мохтаж. Окоп шәмдәрен эшләү өсөнг таҙа тимер банкалар кәрәк.