Сарала Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров шулай уҡ Шишмә районындағы яңы заводта булды, унда кондитер изделиеларынан алып ярым фабрикаттарға тиклем социаль туҡланыу өсөн продукция етештереләсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.
Ойошмала яңыртылғандан һуң етештереү күләме лә арта. Балалар өсөн һәм диетик туҡланыу заводы сафҡа ингәс, уҡыусыларҙың һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың рационы ла төрләндереләсәк, тип көтөлә.
Радий Хәбиров ойошмаға барып, цех, компанияла етештерелгән продукция өлгөләре менән танышты һәм республиканың был йәһәттән яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүен билдәләне.
Ә һуңыраҡ төбәк етәксеһе туҡланыу операторҙарының өсөнсө республика форумында ҡатнашты.







