8-се март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Өфөлә "Кескәй принцессалар балы" үтте

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡыҙҙары өсөн хәйриә сараһы 7-се тапҡыр ойошторола.
  • 8-се март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Өфөлә "Кескәй принцессалар балы" үтте

Бәләкәй принцессаларҙы яҡынлашып килгән байрам менән республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Уның тормош иптәше, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова етәкселегендә үткән сарала 270 бала ҡатнашты.

Кескәй принцессаларҙы байрам менән Каринэ Хәбирова ла ҡотланы. Бәхетле йөҙҙәрҙе күреү үҙе ҙур бәхет тине ул.

Бәләкәй принцессаларҙы шулай уҡ артистар, ирекмәндәр ҙә тәбрикләне. Сарала ҡатнашыусылар "Осоусы корабль" музыкаль спектаклен ҡараны. "Аксаков шыршыһы", Кескәй принцессалар балы" кеүек хәйриә сараларын үткәреү республикала 2019-сы йылдан матур йолаға әйләнде.