«Йылайырым - йондоҙом» яҡташтар осрашыуы үтте

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Йылайырым - йондоҙом» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте.
  •  «Йылайырым - йондоҙом» яҡташтар осрашыуы үтте

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Йылайырым — йондоҙом» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте. Сара Йылайыр районының бай мәҙәниәтенә, тарихына һәм талантлы кешеләргә арналды. Бер сәхнәлә Башҡортостандың билдәле артистары, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ тамырҙары ошо ер менән бәйле башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны. Матур кисәне хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ла барып күрҙе.

Концерт алдынан уҡ фойе кеше менән тулды. Ҡосаҡлашыу, аралашыуҙар. Был ғәҙәти булмаған, әммә айырыуса йылы осрашыу. Бында тамашасылар менән артистар ғына түгел, ә яҡташтар осраша. Күләмле ваҡиға бер нисә өлөштән торҙо: «йондоҙҙар тыуҙырыусы ер» хәйриә концерты, халыҡ ижады күргәҙмәһе, шулай уҡ быуындарҙың тере диалогы.

Ҡалалар буйлап таралған ауылдаштар үҙҙәрен тағы ла ҙур ғаиләнең бер өлөшө итеп тоя. Йылайыр районы хәкимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡунаҡтарҙы тарихи экспозиция менән таныштыра, районда табылған уникаль экспонатҡа — боронғо төймәгә иғтибар итә. "Ул — Мысыр пирамидалары менән тиң, — тип билдәләне район хакимиәте башлығы. Был ерҙең ни тиклем бай булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

Әммә райондың ысын байлығы ул — Йылайырҙан сыҡҡан кешеләр. Республика мәҙәниәтенә, фәненә һәм сәнәғәтенә ҙур өлөш индереүселәр. Улар тамырҙарын онотмайҙар һәм тыуған районына ярҙам итәләр. Кисәнең төп маҡсаты - хәйриәлек.

Осрашыуҙың иң сағыу өлөшө ул, әлбиттә, райондан сыҡҡан билдәле артистар һәм районда йәшәүсе һәүәҫкәрҙәр концерты. Йылайыр районы элек-электән үҙенең данлыҡлы ҡурайсылары менән дан тота, шуға күрә был кистә лә ҡурай моңо тынманы.

Билдәле йырсы Гөлсөм Бикбулатова "Йылайырым-Һаҡмарым" йырын башҡарып яҡташтарын ҡыуандырҙы. Был йырҙы ижадҡа аяҡ баҫҡандан алып башҡарам, ти йырсы.

Күптән тамашасы һөйөүен яулаған артистар менән бер сәхнәлә йәш быуын да сығыш яһаны.

Алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән коллективтарҙың сығышын, тамашасы бигерәк йылы ҡабул итте.

«Башҡортостан» Дәүләт концерт залында үткән хәйриә кисәһе Йылайыр районының көсө замандың өҙлөкһөҙ бәйләнешендә һәм үҙ еренә ихлас һөйөүҙә булыуын асыҡ күрһәтте.