Туристарҙы алып сығыу өсөн Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары өсөн һауа киңлегенең ваҡытлыса асылыуы юлламалар алып осорға ярай тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, хәрби хәрәкәттәр тамамланып авиабәйләнеш тергеҙелгәнсе, турист булараҡ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Кувейт, Бахрейн, Ҡатар, Оман һәм Сәғүд Ғәрәбстанына бармаҫҡа кәңәш ителә.
Сит ил эштәре министрлығы һуғыш барған төбәктәрҙә ҡалған Рәсәй туристарын именлек сараларын һаҡларға, урындағы властарҙың күрһәтмәләрен үтәргә, ракета һөжүме ваҡытында махсус урындарға йәшеренергә, туроператорҙар һәм авиакомпаниялар менән бәйләнештә торорға саҡыра.







