Улар хәрбиҙәр янына гуманитар ярҙамһыҙ барғаны юҡ

Был ҡатын-ҡыҙҙар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға нимә кәрәклеген бик яҡшы белә.
  • Улар хәрбиҙәр янына гуманитар ярҙамһыҙ барғаны юҡ

Луганск Халыҡ республикаһына һәр сәфәр һайын урындағы госпиталгә мотлаҡ бөтә кәрәк-яраҡты ла алып баралар. Был ҡатын-ҡыҙҙар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға нимә кәрәклеген бик яҡшы белә.

«Беренсе тирмә» проекты 2024 йылдың ноябрендә ойошторола. Яралы яугирҙарҙы ҡарау өсөн Луганс һәм Донецк халыҡ республикларына барырға әҙер булған ҡатын-ҡыҙҙар берләшә унда. Башҡортостан башлығы был башланғысты хуплай. Ирекмәндәр бәләкәй төркөмдәрҙә госпителдәрҙә эшләй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итә. Зөһрә Исмәғилева 4-се тапҡыр изге сәфәр ҡыла.

Ете ҡатын-ҡыҙҙан торған төркөм Луганск эвакуация госпиталендә эшләй. Уның үҙенсәлеге шунда: унда яра алған бөтә хәрбиҙәр ҙә килтерелә. Яраланыу дәрәжәһенә ҡарап, уларҙы башҡа дауаханаларға ебәрәләр. Тәжрибәле ирекмәндәр сафында Гөлгөнә Садиҡова ла бар. Зөһрә Исмәғилева кеүек үк, ул да яугирҙарға ярҙам итә. Етмәһә, ике улы Тыуған илен һаҡлай.

«Беренсе тирмә» проекты ирекмәндәренең яҡындары әле алғы һыҙыҡта. Мәҫәлән, Анна Захарованың атаһы 2023 йылдан махсус операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Ҡатын элек тә гуманитар йөктәрҙе күп тапҡырҙар оҙатып йөрөгән, әммә госпиталдәрҙә персоналдың етмәүе тураһында ишеткәс, уйлап та тормай ярҙамға ашыға.

Хәрби операция яугирҙары әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамы уларға рух һаҡларға һәм тыуған йорттарының йылыһын тойорға ярҙам итә. Был мөмкинлек менән файҙаланып, хәрбиҙәр ирекмәндәргә рәхмәт белдерә һәм уларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлай.