Синоптиктар көндәр йылытасаҡ, тип фаразлай

Республика биләмәһенә Атлантиканан йылы һауа массалары үтеп инәсәк
  • Синоптиктар көндәр йылытасаҡ, тип фаразлай

Сатлама һыуыҡтарҙан һуң Башҡортостанда көндәр яҙға тарта башлаясаҡ. Республика биләмәһенә Атлантиканан йылы һауа массалары үтеп инәсәк. Шул сәбәпле 1 градусҡаса йылытыр, тип көтөлә. Мартта уртаса һауа температураһы хатта уртаса күрһәткестәрҙән 3-5 градусҡа юғары буласаҡ. Буранлы көндәрҙе ҡояшлы йылы көндәр алмаштырасаҡ. Шулай итеп, ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла Башҡортостанға яҙ килә.