Башҡортостанда быйыл 16 меңдән ашыу бала 11-се классты тамамлай

Йәғни, абитуриенттар һаны күп булыуы ихтимал.
  • Башҡортостанда быйыл 16 меңдән ашыу бала 11-се классты тамамлай
Был хаҡта республиканың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Мостафина белдерҙе.
2008-се йылда тыуым кимәле юғары булды. Тап шул йылғы балалар әле 11-се классты тамамлай. Республиканың юғары уҡыу йорттарында 2026 йылға урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары, аспирантура һәм ординатура буйынса бюджет урындары күләме 17 меңдән ашыу, был уҙған йылға ҡарағанда 3 процентҡа күберәк.
Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә, урта һөнәри белем биреү программалары буйынса бюджет урындары һаны ла арттырылған.