Башҡортостанда машина-технология компаниялары булдырыла

Улар МТС-тар кеүек ауыл хужалыҡтарына техника йәһәтенән ярҙам итәсәк.
  • Башҡортостанда машина-технология компаниялары булдырыла

Ошо турала килешеүгә бөгөн Өфөлә асылған Агросәнәғәт форумы һәм АгроКомплекс халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡул ҡуйылды.

36-сы форум һәм күргәҙмә Рәсәй төбәктәренән, шул иҫәптән Белорусия һәм Ҡытайҙан 350-нән ашыу компанияны берләштерә. Быйыл уларҙың 40 процент самаһы беренсе тапҡыр ҡатнаша. Сара барышында Башҡортостанда өс заманса етештереү линияһы асылды. Икәүһе һөтсөлөк менән берәүһе итселек менән шөғөлләнә. Хужалыҡтар һәм инвесторҙар ҙур ғына инвестиция индереп, ярайһы яҡшы продукция һәм килем алырға ниәтләй.

Республикала ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күрһәткесе уртаса илдекенән ашып киткән, 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса 106,8 процентҡа еткән. Уҙған йылда тулайым ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү 290 миллиард 500 миллион һумға баһалана. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында өсөнсө, Рәсәйҙә 9-сы урынды биләй.

Башҡортостан ҡаҙаныштарын Мәскәүҙә юғары баһалайҙар. Был турала Рәсәй Ауыл хужалығы министрының телеграммаһында әйтелә. Форум һәм күргәҙмә ҙур компаниялар һәм эшҡыуарҙарҙа ғына ҡыҙыҡһыныу уятмай, ул ябай ауыл хужалыҡтары вәкилдәрен һәм фермерҙарҙы йәлеп итә, берләштерә.

Форум барышында Башҡортостан һәм Росагролизинг акционерҙар йәмғиәте араһында машина-технология компаниялары ойоштороу тураһында килешеү төҙөлдө. Улар элекке МТС-тар кеүек хужалыҡтарға техника һәм хеҙмәт күрһәтеү яғынан ярҙам күрһәтәсәк. Әммә, МТК-лар хәҙер хөкүмәттеке түгел, ә тик шәхси компанияныҡы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан дәүләт яғынан субсидия кеүек ярҙам сараһы ҡаралған.

Бында алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары тәбрикләнде, эштә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән эшсәндәр тәбрикләнде. Форум һәм күргәҙмә Өфөлә 4 көн эшләйәсәк. Уның барышында бихисап килешеүҙәр төҙөү һәм инвестициялар йәлеп итеү ҡарала. Сара барышында Татлы бал республика конкурсы еңеүселәре лә атала.