Был инде бик хәүефле. Шуға ла урамға сыҡҡанда йорттарҙан алыҫыраҡ йөрөргә тырышығыҙ.
Мартта ғына Өфөлә 880 ҡыйыҡ боҙҙан таҙартылған. Әгәр һеҙҙең автомобилгә йә үҙегеҙгә боҙбармаҡ төштө икән мотлаҡ полиция һәм тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртырға кәңәш ителә. Шулай уҡ иадарасы компанияға дәғүә белдерергә лә онотмағыҙ.







