Өфөлә балет фестивале башланды

Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ артисы Илзе Лиепаның «Русский балет навсегда» беренсе Бөтә Рәсәй фестивале башланды.
  • Өфөлә балет фестивале башланды

Уның сиктәрендә ижади оҫтахана эше — йәш хореографтар өсөн махсус программа, теория һәм практика, фекер алышыу һәм остаздар менән эшләү ойошторола. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжеты.

Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында беренсе Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә Янина Гурова студенттарға «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында рус балеты» темаһына лекция уҡый. Ул йылдарҙа илдә музыкаль-театр тормошо туҡтап ҡалмай: балет артистары театр сәхнәләрендә, фронтта, госпиталдәрҙә һәм партизан отрядтарында сығыш яһай, концерт программалары һәм театр репертуары яңы спектаклдәр менән тулылана. Фәһемле лекциянан һуң стденттар менән тере аралашыу, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар яңғыраны. Фестиваль барышында илдең алдынғы театрҙары йондоҙҙары бер сәхнәлә сығыш яһаны. Программала 20 быуат башында рус балетын бөтә донъяға данлаған Сергей Дягилев — импресарионың «Рус миҙгелдәре» балеттарынан ун номер бар.

Мине ғәжәпләндер! Сергей Дягилев был һүҙ менән ҡасандыр донъя балеты тарихын үҙгәрткән. Шулай итеп, ул үҙенең «Рус миҙгелдәре» композиторҙарына, рәссамдарына һәм бейеүселәренә мөрәжәғәт итә. Был һүҙҙәр бөгөнгө проекттың девизы булып тора. Һәм артистар ғәжәпләндерә. Кисәне Ҙур театр премьеры һәм примаһы башҡарған «Спящая красавица» балеты асты. Дягилев рус балетын тергеҙеп кенә ҡалмай, ә уны Европа художество ҡануны итеп тә тәҡдим итә, ти проект авторы Илзе Лиепа. Ул был тарихҡа тамашасыларҙы ла йәлеп итә. Ә бына «Павлова һәм Чекетти» миниатюраһын Станиславский һәм Немирович — Данченко театры солистары Камилла Исмәғилева һәм Субедей Дангыт башҡара. Артистар илдең төрлө төбәктәренән булһа ла, яҙмыш уларҙы тап Өфөлә берләштерә. Ә был юлы гастролдәргә улар ҡыҙы менән килгән. Тиҙҙән 4 апрелдә-проектты Төмән ҡалаһы тамашасылары ҡараясаҡ.